Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2020, 16:30

Бөтә ҡатнашыусы уҡыусылар исемле сертификаттар аласаҡ

Шиғыр һөйләү буйынса һәләтеңде күрһәткең килһә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша алаһың.

Бының өсөн камераны тоҡандыр ҙа бер үҙең йәки дуҫың менән туған телеңдә атай-әсәйҙәрең, тыуған төйәгең, тарихи ваҡиғалар йәки легендар шәхестәр тураһында шиғыр һөйләүеңде яҙҙыр.
Ятлаған шиғырыңды мөмкин тиклем тасуири һөйләргә тырыш.
Үҙеңдең видеояҙмаңды социаль селтәрҙәрҙә #РодныеЯзыкиРоссии хэштегы менән урынлаштыр.
Һөҙөмтәләр 21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, билдәле буласаҡ. Бөтә видеояҙмалар ҙа Рәсәй мәғариф министрлығының языкинародов.рф. сайтында интерактив таҫмала барлыҡҡа киләсәк.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла исемле сертификаттар бирелә, ә иң шәп шиғыр һөйләүселәр приздарға лайыҡ буласаҡ.
Читайте нас: