Балалар баҡсаһы менән бергә булған белем биреү үҙәге 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән. Ә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 340 балаға тәғәйенләнгән. Яңы мәктәпте төҙөү хаҡы – 1,082 миллиард һум. Ул тулыһынса республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Яңы белем биреү үҙәге 2021 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.