Йөҙ. Һинең төп маҡсатың – үҙеңде тирә-яҡҡа танытыу. Бер нисә өлкәлә уңышҡа ҡаҙанырға теләйһең. Шуға күрә үҙеңде бар яҡтан да өлгөлө итеп күрһәтергә тырышаһың.
Мейе һәм ағас. Һәр ваҡыт белемеңде арттыраһың. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ифрат ҡыҙыҡһыныусан кешеһең. Уҡырға, ауыр темаларҙы тикшерергә яратаһың. Башҡаларҙың уй-фекерен иҫәпкә алмайһың.
Ҡоштар һәм тәбиғәт. Һин бик ирек һөйөүсән кеше, сәйәхәт итергә яратаһың. Бер урында тик кенә оҙаҡ тора алмайһың, һәр ваҡыт яңы нимәлер теләйһең. Ваҡытыңды күңелле уҙғарыу оҡшай, ҡайһы ваҡытта бының менән бик мауығып китәһең. Тағы ла тәбиғәттә булыу күңелеңә хуш килә.