Бөтә яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 20:46

Билалдан Нәркәс Мөхәмәтйәрова – иң күп китап уҡыусы

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Үҙәк китапхана менән берлектә 2019 йылда «Иң күп башҡортса китап уҡыусы бала» район конкурсын ойошторған. Был яңылыҡты Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә яҙа.

Бәйгенең шарттарына ярашлы, еңеүсе башҡорт телендә уҡылған китаптарҙың һанына һәм күләменә ҡарап билдәләнгән. Шулай итеп, беренсе урынға Билал мәктәбенең X синыф уҡыусыһы Нәркәс Мөхәмәтйәрова лайыҡ булған, икенсе урында – Яраттан VI синыф уҡыусыһы Әлиә Йәрмөхәмәтова, өсөнсө урында – Мерәҫтән IV синыф уҡыусыһы Гүзәл Күскилдина. Маладистар ҙа инде!
Читайте нас: