Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланғайны. 12 йәштән 14 йәшкәсә кадет уҡыусылары араһында ярыш Өфө ҡалаһының 37-се мәктәбендә ойошторолдо. Унда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан командалар ҡатнашты. Уҡыусылар тиҙлеккә автоматты һүтеп-йыйыу, төҙ атыу буйынса ярышты, шулай уҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуҙа үҙҙәрен сыҙамлылыҡҡа һынаны.
I урында – Стәрлетамаҡтың 4-се мәктәбенән «Ҡорос Феликс» («Железный Феликс»), II урында – Салауат ҡалаһының 2-се кадет мәктәбенән «Ватансы» («Патриот»), III урынды Өфө ҡалаһының 37-се мәктәбенән «Финист» командаһы яуланы.