Сарала барлығы 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Форум сиктәрендә мәктәп медицинаһы, уҡыусыларҙың психологик сәләмәтлеге, берҙәм мәктәп формаһы, хәүефһеҙ интернет, балаларҙың ялы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса бәхәс майҙансыҡтары эшләйәсәк. Шулай уҡ туҡланыу системаһы, ишек алды майҙансыҡтарын яңыртыу, белем биреү ойошмаларында эшләп килеүсе спорт төрҙәрен арттырыу кеүек мәсьәләләр ҙә ҡараласаҡ.