Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан булдырылды. Уны ҡалала һынау былтыр ноябрҙә башланғайны. Унда дүрт шәхси балалар баҡсаһы ҡатнаша, ошо йылдың апрель айынан тағы ике мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡушылмаҡсы. Бер балаға сертификаттың хаҡы 6 мең һум тәшкил итә. Шәхси балалар баҡсаһына йөрөгән осраҡта ҡалған 2 мең 476 һумын ата-әсәләр үҙҙәре түләй.
Проект яңы ғына эшләй башлаһа ла, бик ыңғай баһаланған. Беренсенән, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөргә ярҙам итһә, икенсенән, шәхси мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын үҫтерергә ярҙам итә. Шуға киләсәктә уның географияһын тағы ла киңәйтеү планлаштырыла.