Йәштәр хәрәкәте көнө уңайынан ил буйынса төрлө саралар үтәсәк. Шул иҫәптән республикабыҙҙың уҡыу йорттарында ла байрамдар ойошторола. Ә иң төп сара 18 февралдә «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ. Бында студент отрядтары эшмәкәрлеге йүнәлештәре, беҙҙең төбәк бүлексәһенең проекттары күрһәтеләсәк. Студент отрядтарындағы әүҙем ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе бүләкләү ҙә ҡаралған.