Бөтә яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 13:55

Ғафуриҙарҙы ҡотлайбыҙ!

Кумертау ҡалаһында 2009-2010 йылғы ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса ярыш ойошторолдо.

Унда Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашып, III урын яулап ҡайттылар. Кемдәр, тиһегеҙме? Бына улар – Әлиә Ғилманова, Мәҙинә Ходжаҡулова, Мәҙинә Мортазина, Ангелина Әбүлғәтина, Лиана Юлъяҡшина, Динә Дәүләтшина, Диана Ярчук (тренерҙары – Вил Үтәғолов). Маладис, ҡыҙҙар! Тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!
Читайте нас: