Баш ҡалабыҙҙағы Ғөбәйҙуллин урамында урынлашҡан бүлексә теләүселәрҙе аҙнаһына бер тапҡыр ҡабул итә. Бында СПИД-ҡа экспресс-тестың һөҙөмтәһе 15 минут эсендә әҙер була. Бынан тыш, офиста шәфҡәт туташы, лаборант һәм психолог эшләй. Эксперттар консультация бирә һәм был ҡурҡыныс ауырыу тураһында һөйләй.