Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева һүҙҙәренсә, медицина ойошмаларын һанлаштырыу – медицина документтарының берҙәм базаһын булдырыуға ҙур аҙым. Мәғлүмәттәр буйынса, пациенттарҙың 5 миллионға яҡын электрон медицина карталары бар. Ә бит хәстәханаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында интернет селтәре булдырылыуы табиптарға видеоконференция форматында консультациялар үткәрергә мөмкинлек бирә.