Ул экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш тураһында айырым әйтеп үткән. Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ҙур саралар, Бөтә Донъя фольклориадаһы үтәсәк йылда, бының айырыуса мөһимлеген билдәләп үткән. «Беҙҙең бурыс – форумды лайыҡлы кимәлдә ойоштороу, республика халҡының һәм ҡунаҡтарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», – тип белдергән Радий Фәрит улы.