Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 10:48

Фольклориаданың символын эшләүгә конкурс башланды

Республикабыҙҙа Бөтә донъя фольклориадаһының иң яҡшы символын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Был турала «Бәйләнештә» селтәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк.

Фольклориаданың символы халыҡ-ара ваҡиғаның үҙенсәлеген сағылдырырға тейеш. «Эш бик яуаплы, сөнки был символ менән беҙҙең Башҡортостанды күҙаллаясаҡтар», – тип яҙған Радий Фәрит улы.
Конкурстың еңеүсеһе фестивалде асыу тантанаһына саҡырыласаҡ.
Башҡортостанда фольклориада 19 июлдән 1 августҡа тиклем үтәсәк, әле бөтә донъя буйынса 3 меңдән ашыу кеше ғариза биргән. Фестиваль республиканың 72 майҙансығында ойоштороласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың июнендә Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Ул дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Бындай фестиваль Нидерланды, Япония, Венгрия, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Мексикала уҙғарылды.


Читайте нас: