Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 10:52

Онкологик ауырыуҙар менән көрәш дауам итә

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә «Онкологик ауырыуҙар менән көрәш» федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмә үтте. Төбәктәрҙең башҡарма власть органдары менән үткәрелгән сарала республикабыҙҙан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, республика онкологик диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов, министрлыҡтан, медицина учреждениеларынан бүлек етәкселәре ҡатнашты.

Был федераль проект онкологик ауырыуҙар менән сирләүселәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә, яман шеш ауырыуынан үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән. Уның буйынса Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла әүҙем эш алып бара. Ошо йылдан программаға федераль медицина ойошмалары ла ҡушыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа 2019 йылда дүрт онкологик ярҙам күрһәтеү үҙәге булдырылды. Улар баш ҡалабыҙҙың 13-сө дауаханаһында, Октябрьский, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында барлыҡҡа килде. 2021 йылға тиклем күп йүнәлешле медицина ойошмалары базаларында тағы ла ошондай 13 үҙәк булдырыу күҙаллана.



Читайте нас: