Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 17:29

Премьераны ҡарарға килегеҙ!

Адель Ҡотойҙоң әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Рөстәмдең сере» исемле яңы спектакль сәхнәгә сығарыла. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған.

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941 йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана. Әммә уны фронтҡа алмайҙар. Малайҙың хыялын тормошҡа ашырырға өләсәһе һөйләгән абаға сәскәһе ярҙам итә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссёры – Радион Букаев, инсценировка авторы – драматург Светлана Баженова. Ролдәрҙе Зилиә Ситдиҡова, Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Юнир Ҡоланбаев, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Аминов башҡара.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары ҡуйған спектаклдең премьераһы 20 февралдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында көндөҙгә сәғәт 1-ҙә һәм 3-тә буласаҡ.
Читайте нас: