– Эшкә бараһығыҙмы, паркта йөрөйһөгөҙмө, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнәһегеҙме йәки туристик походтарҙа саҡрымдар үтәһегеҙме – 23 февралдән 9 майға тиклем атай-олатайҙарығыҙ – һуғышта ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары иҫтәлегенә көн һайын аҙымдарығыҙҙы ошо сайтта теркәп барығыҙ, — ти радиостанцияның баш мөхәррире Роза Төхбәтова.