"Халыҡ иҫәбен алыу ирекмәндәре" – 2020 йылдың иң күләмле проекты. Ул "Мәғариф" милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Ирекмәндәр халыҡ менән аңлатыу эше алып барыуға, шулай уҡ мәғлүмәттәр йыйыуға йәлеп ителәсәк.
Росстат төбәктәрҙәге ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү үҙәктәре менән берлектә уҡыуҙар ҙа ойоштора. Сара халыҡ иҫәбен алыусылар өсөн 3 көн бишәр сәғәттән торасаҡ. Уҡыуҙар октябрь башында ойошторола. Халыҡ иҫәбен алыусыларҙы кешеләр менән аралашырға, һорау бирергә өйрәтәсәктәр. Төпкөл һәм алыҫ биләмәләрҙә уларға 350 кешене иҫәпкә алыу бурысы йөкмәтелә.