Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 10:51

Яңы бурыстар ҡуйылды

2019 йылды Башҡортостанда күп яңы социаль-әһәмиәтле объекттар сафҡа инеүе, ҙур төҙөлөш эштәре башланыуы менән һүрәтләргә мөмкин.

Быйыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә иҫке, авария хәлендәгеләре алыштырылып, 72 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыласаҡ. Өфөнөң 4-се, 5-се балалар поликлиникаларына, Сибай үҙәк ҡала хәстәханаһына капиталь ремонт яһау ҡаралған. Әле былтыр башланған республика онкологик диспансерының хирургия корпусына төкәтмә эшләү, республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү эштәре әүҙем бара.
Республика Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән ултырышта 2019 йылда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса йомғаҡ яһалды, 2020 йылға яңы бурыстар ҡуйылды.

Читайте нас: