Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 17:28

«Мәктәп фольклориадаһы» үтәсәк

Республикабыҙҙа халыҡ мәҙәниәтен, йолаларын пропагандалаусы «Мәктәп фольклориадаһы» кампанияһы уҙғарыла.

Был конкурс 20 февралдә старт алды. Апрель айында белем усаҡтарының ижади коллективтары конкурстың муниципаль этабында көсөн һынаһа, еңеүселәр Өфөлә Ҡала көнөн билдәләгән ваҡытта финал Гала-концертында сығыш яһаясаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай саралар икенсе халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, йолаларына ихтирамлы мөнәсәбәт уятырға ярҙам итә. Был бик тә мөһим.
Башҡортостанда йәйгеһен Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Унда 79 илдән делегаттар төркөмө концерт ҡуйыуы көтөлә.
Читайте нас: