Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 13:56

«Арғымаҡ», Илнур Рамазановтар ҙа сығыш яһаясаҡ

«Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Оҙаҡламай һөҙөмтәләр ҙә билдәле буласаҡ. Кемдәр был премияға лайыҡ булыр икән?

Юғары баһаға лайыҡ булыусылар 2 март көндө баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләнәсәк. Был көндө һеҙҙе шәп тамаша ла көтә. Rena Rnt , «Арғымаҡ» төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, Тимур Ямалов, Илнур Рамазанов, «Бер минут» КВН командаһы, «Ренессанс» бейеү театры, МС Баш сығыш яһаясаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
Читайте нас: