29 февралдә Киров районында ҡышты оҙатыу Һынаусылар урамының 21-се йорт ихатаһында була. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
«Аэропорт» ҡасабаһында — көндөҙгө сәғәт 3-тә. Дим районында байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә көтөлә.
Октябрь районында байрам сәғәт 12-лә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, Нуғай мәҙәниәт йортонда ойошторола.
Ленин районында ҡышты оҙатыу «Нижегородец» стадионында һәм «Тулҡын» скверында көндөҙгө сәғәт 12-лә үткәрелә.
Калинин районында йәшәүселәр байрамға «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдына йыйыласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
1 мартта байрам Иван Яҡутов исемендәге паркта, Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Ҡояшлы» пляжы биләмәһендә көндөҙгө сәғәт 3-тә үткәрелһә, «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында – 1-ҙә. Ошо уҡ көндө Өфө районының «Лукоморье» ял итеү паркында ҡышты оҙатыу байрамы сәғәт 11.30 башланасаҡ.
Байрамда төрлө уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.