Конкурста Өфөнөкөләр генә түгел, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Благовещен ҡалаларынан, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан да йәш кадеттар ҡатнаша. Улар төрлө спорт төрҙәре, хәрби әҙерлек, ҡоралды һүтеп-йыйыу менән бергә өйрәнеү атыштары буйынса көсөн һынаясаҡ, кадет хәрәкәтенең тарихы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирәсәк.