Кремлдең матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков әйтеүенсә, уның көндәлек спорт практикаһы бар. Рәсәй етәксеһе самбо буйынса күнекмәләр алыуын да дауам итә. Етмәһә, уның шөғөлләнгән спорт төрҙәренә хоккей ҙа ингән. Шулай уҡ йөҙөү һәм фитнес менән дә шөғөлләнә икән.