Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 10:59

Күсмә стоматология модулдәре һатып алынасаҡ

Республикабыҙҙа 111 үҙ аллы дәүләт медицина ойошмаһында стоматология хеҙмәте күрһәтелә. Шуларҙың 16-һы өлкәндәргә тәғәйенләнһә, 2-әүһе – балалар өсөн.

Бынан тыш, 95 поликлиникала 44 стоматология бүлексәһе һәм 313 кабинет бар. Бында 1 мең 383 табип-стоматолог һәм 344 теш табибы эшләй. Әйтергә кәрәк, 2019 йылда стоматологтар һаны 23 белгескә күбәйгән.
Стоматологик ярҙамдың уңайлығын күтәреү өсөн райондарҙа балалар һәм өлкәндәрҙе күсмә ҡабул итеү тергеҙелгән. Былтыр республика стоматология поликлиникаһының белгестәр бригадаһы шулай 12 тапҡыр ауылдарға сыҡҡан. Күсмә стоматология модуле «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә ойошторолған «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһында ла ҡатнашҡан.
Әлеге йылда бөтә дәүләт медицина стоматология поликлиникаларын кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырыу дауам итәсәк. Шулай уҡ Белорет, Дыуан, Күмертау, Сибай медицина округтары өсөн күсмә стоматология модулдәре лә һатып алынасаҡ.




Читайте нас: