2018 йыл менән сағыштырғанда, был һан 1, 6 процентҡа күберәк. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1 миллиондан ашыу енәйәт асылған. Шул уҡ ваҡытта 915,2 меңе билдәһеҙ ҡалған.
Был турала һүҙ бөгөн уҙасаҡ Эске эштәр министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында барасаҡ. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрә. Бында ведомствоның 2019 йылғы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ, 2020 йылға яңы пландар ҡуйыласаҡ.