Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 10:35

Өфө лицейы Рәсәй Президенты грантына эйә булды

Республикала тәүге белем биреү учреждениеһы бындай ҙур баһаға лайыҡ булды. Баш ҡалабыҙҙағы 58-се лицей конкурс еңеүсеһе тип табылып, Президент гранттары фондынан аҡса аласаҡ.

Мәғлүмәттәр буйынса, был конкурсҡа ғаризаны ата-әсәләрҙең «58-се лицей попечителдәре» йәмғиәт ойошмаһы биргән. Белем усағында өс йыл рәттән «Белем биреү формулаһы» төбәк проект семинары үткәрелә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, грант сиктәрендә сараларға 24 мәктәптән 400-гә яҡын уҡытыусы йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: