Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 10:45

Юлдарҙа боҙлауыҡ

Быйыл ҡыш ҡыш кеүек булманы. Яҙҙың тәүге айы башланыуға ла дүрт кенә көн ҡалды.

Синоптиктар аҙна аҙағына +5 градусҡа тиклем йылытасаҡ, тип хәбәр итә. Һуңғы көндәрҙә ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ. Кемдәр руль артына ултыра, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ инде. Һаҡ булығыҙ, дуҫтар, бәлә аяҡ аҫтында.
Өй ҡыйыҡтары баштарынан шыуып төшкән ҡар, боҙбармаҡтар күпме кешене йәрәхәтләй, хатта ғүмерҙәрҙе өҙә. Ҡыш йылы булғас, йәй һалҡын була, тип фаразлай ҡайһы берәүҙәр. Алдан әйтеп булмай, ваҡыты еткәс, йәйҙең ниндәй булыуын үҙебеҙ күрербеҙ, ти икенселәр. Их, аяҡ аҫты шығырҙап ятҡан ҡарлы һалҡын ҡыштар, ҡояшы ла, ямғыры ла етерлек йәмле йәйҙәр һағындыра!
Читайте нас: