Рәсәй етәксеһенең матбуғат сәркәтибе хәбәр итеүенсә, уның барышында 22 апрелдә Бөтә Рәсәй буйынса тауыш биреү идеяһы хупланды. Унан алда ошондай тәҡдим менән Андрей Клишас сығыш яһағайны. Уның һүҙҙәренсә, 19 апрелдә православие динен тотоусыларҙың посы башлана, ә 24 апрелдән – изге Рамаҙан айы. Шуға Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 22 апрелгә ҡуйылыуы бик һәйбәт.