Бында 400-гә яҡын уҡыусы өсөн техник, тәбиғи, физкультура-спорт йүнәлештәре буйынса мөмкинлектәр тыуҙырылған. Кванториумда «Хай-тек», «Һөнәрҙәр ҡалаһы», «Ғәмәли химия», «Математика», «Квантошахмат», «Медиатехнология», «Сәнәғәт экологияһы», «Пластмассалар һәм полимерҙар етештереү һәм алыу» өҫтәмә белем биреү программалары ғәмәлгә ашырыла.
Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү үҙәгендә ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн мауыҡтырғыс әйберҙәр күп. Виртуаль китапханалы мультимедия киңлеге, ЗD-кинотеатр, ысынбарлыҡ менән тулыландырылған аттракциондар ҙа бар. «Һөнәрҙәр ҡалаһы» «Завод төҙөү», «Лаборатория» һәм «Йәшел зона» йүнәлештәре буйынса асылған.
Кванториумда шөғөлләнеүселәр остаздары ярҙамында юғары технологиялы һәм хәҙерге заман ҡоролмалары менән ысын проекттар төҙөй, командала эшләргә өйрәнә һәм алған белемдәрен практикала ҡуллана. Уларҙың эш һөҙөмтәһе «Үҫенте», «Ҙур саҡырыуҙар» кеүек Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурс, олимпиадаларҙа күренә.
– Быйыл тағы ла өр-яңы «Ябай фән моноҡалала атлай», «Сибур-Профи» йәштәр инновация кампусы», «Велофестиваль» белем биреү проекттары эшләй башлаясаҡ. «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә балаларға өҫтәмә урындар ҙа булдырасаҡбыҙ, – ти «Кванториум»дың директоры Гөлнара Фәхретдинова.