Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 12:39

Ирекмәндәр йәшел кейемдә буласаҡ

Ирекмәндәр тәүге тапҡыр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның концерт залында VI Бөтә донъя фольклориадаһы ойоштороусылары менән осрашты. Ирекмәнлек үҙәктәренең етәкселәре хәбәр итеүенсә, Өфө буйынса 350 ирекмән эшләйәсәк, ә республика райондарында – 79.

Ирекмән булыусы йәштәргә инглиз телен яҡшы белеү мотлаҡ, испан, француз телдәрендә һөйләшә белеүе ла хуплана. Улар фольклориада барышында йәшел кейемдә буласаҡ. Ирекмән булырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙә һәм фестивалдең рәсми сайтында таба ала.
Бөтә донъя фольклориадаһы көнөндә Өфө ҡалаһы – 10 өлөшкә, ә республика яҡынса 9 фестиваль округына бүленәсәк. Бер округҡа 7 – 8 район инә. Һәр район, ҡала округы үҙәктәре ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡ, 70-тән ашыу майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Концерт сараларынан тыш, күргәҙмә-йәрминкәләр, уйындар ойоштороласаҡ.
Читайте нас: