Был юғары баһаға республикабыҙҙа биш йылдан да кәм йәшәмәгән, Рәсәй гражданлығы булған атайҙар дәғүә итә ала. Тәрбиәгә алған балаларҙы биш йылдан ашыу лайыҡлы ҡарағандарҙың да награданы алыу хоҡуғы бар. Унан тыш, балалары тыуған илде һаҡлағанда һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, хәрби, хеҙмәт, гражданлыҡ бурысын үтәгәндә йәрәхәтләнеү, контузия алыуҙан донъя ҡуйғандарҙың атайҙары ла наградаға ғариза бирә ала.