Владимир Путиндың күмәк кеше ҡатнашҡан ҡайһы бер сараларҙа алыштырыусы оҡшаш кешеһе бармы? Уны ҡасан да булһа ҡулланырға тура килгәнме? Был һорауҙар күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Рәсәй Президенты ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ҡасандыр шундай берәүҙе тәҡдим итеүҙәрен белдерҙе, тик ул был идеянан баш тартҡан.
– Был терроризм менән көрәштең иң ауыр йылдарында – 2000 йылдар башында булды. Тик бер тапҡыр ҙа үҙемә оҡшаш кешене ҡулланырға тура килмәне, – тип белдерҙе Владимир Путин.