Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 18:06

Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырылды

Баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының матур йолаһы бар. Бында йыл һайын Рәми Ғарипов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үткәрелә.

Был оло баһаға быйыл белем усағының иң алдынғы сығарылыш синыф уҡыусылары – Батырхан Хәмиҙуллин, Вилена Колеганова, Нур Собханғоловтар лайыҡ булды. Улар тиҫтерҙәре араһында яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, гимназия тормошонда ҡайнап йәшәүе, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары менән айырылып тора.
Шулай уҡ әлеге премия 1991–1994 йылдарҙа интернат-гимназияла директор вазифаһын башҡарған Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Марат Хафизовҡа һәм сценарий оҫтаһы, режиссер, драматург, «Урал батыр» эпосын мәңгеләштереүҙә ҙур эш башҡарған сығарылыш уҡыусыһы Сәрүәр Суринаға бирелде. Лауреаттарға интернат-гимназия директоры Илнур Сәлихов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: