Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 11:08

Яңы система ҙур мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда пациенттарҙың 4 миллион 500 мең электрон карталарын берләштергән республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы булдырылды.

Был турала «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Берҙәм медицина документтары базаһы төрлө медицина ойошмалары табиптарына электрон төрҙәге мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге бирә.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, республикала Контакт-үҙәк эшләй, уға 13-01 номеры буйынса бушлай шылтыратырға була. Был сервис ярҙамында табипҡа яҙылырға, уны өйгә саҡыртырға йәки үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорау бирергә мөмкин.
«Табипҡа» мобиль медицина ҡушымтаһы халыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр аса. Уның аша шәхси электрон медицина карталарын, анализдарҙың һөҙөмтәләрен ҡарарға була. Ошо йылдан ҡайһы бер категорияға ҡараған пациенттарға ситтән тороп консультациялар ҙа үткәреләсәк.
Әйткәндәй, республикабыҙға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һанлы контур» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн 2019 – 2021 йылдарға 2, 4 миллиард һум бүленгән. Был бүленгән федераль аҡса күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.

Читайте нас: