Бөтә яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 14:46

Балалар редакцияһына эләгергә теләһәң...

Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең «Мәктәп музейы» проекты сәнғәт, мәҙәниәтте яратҡан, интернет һөнәрҙәре буйынса үҫешергә теләгән шәп ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы балалар редакцияһына йыя. Бында эләгеү өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?

Балалар редакцияһына инеү өсөн түбәндәге конкурстарҙың берәүһендә ҡатнашырға кәрәк.
  1. Үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгеҙҙә Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтен ни өсөн яратыуығыҙҙы һәм унда ҡатнашыу ни өсөн файҙалы икәнен яҙығыҙ. #РДШ#РДШРБ#МемыРДШ хештегын ҡуйырға ла онотмағыҙ.
  2. Һеҙҙең районығыҙҙа киң билдәле урындар йәки башҡа яҡтарҙа үткәрелмәгән йолалар бармы? Ошо хаҡта яҙып, фотоларын да һалырға онотмағыҙ. #РДШ#РДШРБ#ЖизньРДШ хештегын ҡуйырға ла кәрәк булыр.
  3. Һеҙҙең төбәктә ниндәй мәҙәни объекттар бар? Бәлки, унда ниндәйҙер үҙенсәлекле күргәҙмә үткәндер? Ошо хаҡта ҡыҫҡаса яҙып, уны 3-5 фото менән тулыландырығыҙ. Шулай уҡ #РДШ#РДШРБ#КультураРДШ хештегын ҡуйырға онотмағыҙ.
  4. Рәсәйҙә ғәҙәти булмаған музейҙар бик күп. Ә һеҙҙең районда шундай урындар бармы? Был турала үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә һөйләгеҙ. Унан #РДШ#РДШРБ#МузеиРДШ хештегын ҡуйыу талап ителә.
  5. Һәр рубрика буйынса ике еңеүсе һайлап алынасаҡ. Һөҙөмтәләр 11 мартта билдәле буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/schkmuseum алырға мөмкин.
    Читайте нас: