Бөтә яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 10:40

Еңеүселәр март аҙағында бүләкләнәсәк

Борай районы Борайҙағы 2-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева «Еңеү дәрестәре» халыҡ-ара конкурсының «Иң яҡшы туған теле дәресе» номинацияһында финалға сыҡты.

Был бәйге үткән йылда 1 сентябрҙән башланғайны. Ул 10 номинация – «Иң яҡшы тарих дәресе», «Иң яҡшы әҙәбиәт дәресе», «Иң яҡшы йыр дәресе», «Иң яҡшы урыҫ теле дәресе», «Иң яҡшы туған тел дәресе», «Иң яҡшы сит тел дәресе», «Иң яҡшы һынлы сәнғәт дәресе», «Иң яҡшы метафән дәресе», «Иң яҡшы синыф сәғәте», «Иң яҡшы социаль мәктәп проекты» буйынса үткәрелде.
«Еңеү дәрестәре» халыҡ-ара конкурсы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Хәтер һәм дан йылына арналды. Уның еңеүселәре һәм бәйгегә йомғаҡ март аҙағында яһаласаҡ.
Читайте нас: