Бөтә яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 11:40

«Һүҙ һәм ҡул эштәре оҫталары» күргәҙмәһе 8 мартҡа арнала

Баш ҡалабыҙҙағы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейында «Һүҙ һәм ҡул эштәре оҫталары» тигән күргәҙмә асыла. Ул күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлана.

Белеүебеҙсә, әҙибә ҡул эштәренә бик оҫта булған. Күргәҙмәлә Һәҙиә Дәүләтшинаның ҡул эштәре менән бер рәттән, Таңсулпан Ғарипова, Тамара Ғәниева кеүек халыҡ яҙыусыһы, шағирәләрҙең, йәшерәк быуын ҡәләм оҫталарының ҡул эштәре урын аласаҡ.
Күргәҙмә 5 март көндө көндөҙгө сәғәт 12-лә Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса башлана. Милли стилдә тегелгән кейемдәрҙә, биҙәүестәрҙә килһәгеҙ, тағы ла һәйбәтерәк. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: