Көнбайыш Европалағы бәләкәй генә Люксембург дәүләтендә 29 февралдән йәмәғәт транспорты донъяла беренсе булып түләүһеҙ буласаҡ. Тәүҙә бер йыл балалар һәм студенттар ғына бушлай йөрөгән. Ҡалалағы автомобиль тығындарына бәйле киҫкен мәсьәлә ошо сараны ҡулланырға этәргән. Күптәр бынан һуң үҙҙәренең машинаһында түгел, ә йәмәғәт транспортында йөрөр, тип көтөлә. Ҡарар ситтән килгән ҡунаҡтарға ла ҡағыла. Әлбиттә, был бүләк дәүләткә ҡиммәткә төшәсәк. Ҡаҙнанан тотонолған аҡсаны һалымдар менән ҡайтарырға уйлайҙар.