Уҡыусылар «Катюша», «Һуңғы алыш», «Һалдаттар» йырын башҡарған. Бишенсе синыфтан Аслан Әхмәтйәнов ҡурайҙа «Любизар»ҙы уйнап ишеттергән, тамашасыларҙы «Ерҙән һалдат атлай» йыры менән ҡыуандырған. Әлеге сара барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар легендар Миңлеғәли Шайморатов тураһында ла хәбәрҙар булған, күмәкләп «Шайморатов генерал» йырын башҡарғандар. Бына ниндәй илһөйәр балалар тәрбиәләнә Аллабирҙелә! Афариндар!