Уны уйлап табыу идеяһы балалар һынлы сәнғәт мәктәбенең уҡытыусыһы Светлана Хлебниковаға килгән. Арт-объектты булдырыуҙа мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, атай-әсәйҙәр, ҡаланың күп йүнәлешле колледж студенттары ярҙам иткән. Китап уҡып ултырыусы тимер кешене скульптор Айҙар Миңлемуллин яһаған.