Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2020, 10:30

Яңы акция: «Яҙғы комплимент»!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә республикабыҙҙың Милли музейы һәм уның филиалдары «Яҙғы комплимент» тигән акция ойоштора.

Йыл һайын бындай сараны үткәреү матур йолаға әйләнгән. Уның сиктәрендә 8 март көндө бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә инеү бушлай. Үҙегеҙгә бүләк яһап, күңелегеҙҙе рухи яҡтан байытып ҡайтығыҙ, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Читайте нас: