– Инеш өлөш аҙағында бөгөн халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа туранан-тура бәйләнеше булған ҙур мәҙәни сара тураһында алдан белдергем килә. 18 июлдән 1 августҡа тиклем Башҡортостан республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Был Рәсәйҙәге ҙур сара бер нисә этапта ойошторола. Асыу тантанаһы 18 июлдә Өфөлә үтә, ә 19 июлдә милли кейемдәрҙә бөтә ҡунаҡтарҙың йөрөшө көтөлә. Нәҡ ошо аҙнанан Рәсәй һәм сит илдән килеүсе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн аккредитация асыла, – тип белдерҙе ул.
Әйткәндәй, фольклориадала 85 илдән 3 меңдән ашыу вәкил ҡатнашасаҡ. 14 көн буйына илдәр, төбәктәрҙең коллективтары бер-береһе менән мәҙәниәт ярҙамында аралашасаҡ.