Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2020, 01:09

«Тере һүҙ» конкурсының еңеүселәре кемдәр?

«Тере һүҙ» республика йәштәр конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланып, өсөнсө тапҡыр үткәрелгәйне.

Был конкурсты республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Ситтән тороу турына район-ҡалаларҙан 97 ғариза ҡабул ителһә, шуларҙың 37-еһенә икенсе турға сығыу бәхете тейҙе.
«Шиғри әҫәрҙе башҡорт телендә тасуири уҡыу» номинацияһында 16 – 21 йәшлектәр араһында Өфөнән Әлиә Шиһапова еңеү яуланы. Ә урыҫ телендә ятлаусыларҙан Өфө районынан Арина Клыш беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
22 йәштән өлкәндәр араһында Баймаҡтан Заһит Ғүмәров, урыҫ телендә һөйләүселәрҙән Өфө районынан Гүзәл Ғәлләмова иң-иңдәре тип танылды.
«Авторҙың шиғри әҫәрен тасуири уҡыу» номинацияһында 22-35 йәшлектәр араһында Өфөнән Ләйсән Шакирова еңеү яуланы. Барлыҡ еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: