Бөтә яңылыҡтар
2 Март 2020, 10:38

Яңы ҡанун ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә арналған

Киң мәғлүмәт саралары һәм бәйләнеш операторҙары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе мотлаҡ иҫкәртеп барасаҡ. Ошондай ҡанунға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында 1 мартта донъя күрҙе.

– Тәбиғи, хәрби һәм башҡа төрлө характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыу ҡурҡынысы янаған осраҡта, – тип белдерелә унда.
Федераль власть йәки урындағы үҙидаралыҡ органдарының мөрәжәғәтенән һуң, бәйләнеш операторҙары был хаҡта хәбәр итергә тейеш. Шулай уҡ мәғлүмәт Рәсәйҙәге халыҡҡа радио, телевидение һәм башҡа сығанаҡтар буйынса ла еткерелергә тейеш.


Читайте нас: