Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 10:53

Баш ҡалабыҙҙа Сколково фондының стартап-туры үтә

24 һәм 25 мартта иң яҡшы инновацион проекттар асыҡланасаҡ. Был турала Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Стартап-тур Өфөлә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Сколково фонды башланғысы менән үткәрелә. Форумдың беренсе көнөндә глобаль үҫеш йүнәлештәре, халыҡ-ара тәжрибәләр тураһында сессиялар, юғары технологиялар өлкәһендә проекттарҙы ашыра башлаусы стартап-командалар өсөн күнекмәләр ойошторола. Семинар һәм сессияларҙа бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Икенсе көндө энергетик һәм индустриаль технологиялар, медицинала һәм ауыл хужалығында биотехнологиялар, информацион технологиялар өлкәһендә технологик стартаптар конкурстары уҙасаҡ.
Стартаптар конкурсында ҡатнашыу өсөн Startup Tour сайтында теркәлергә кәрәк, баш ҡалабыҙҙа ғаризалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе үҙенең идеяһын үҫтереүгә 300 мең һум һәм «Старт» программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге аласаҡ. Бында проекттары уңышлы табылғандар 2 миллион һумға лайыҡ буласаҡ.


Читайте нас: