Ләкин Дәүләт Думаһының экология һәм тирә-яҡты һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурматов быны кире ҡаға. «Рәсәйҙә бындай һалым булмаясаҡ. Юғиһә, кешеләр түләүҙәрҙе индерерҙән алда уҡ йорт хайуандарын урамға сығарып ташлай башлаясаҡ»,– тип белдергән ул.