Ошондай тәүге уҡыуҙар баш ҡалабыҙҙың 3-сө, 39-сы гимназияларында, 83-сө, 153-сө лицейҙарында урта һәм өлкән синыфтар өсөн ойошторолдо. Милли үҙәк эксперттары виртуаль селтәрҙәрҙәге мутлыҡ төрҙәре, ҡурҡыныстар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ балалар интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләрен белде, антивирус программалары менән ҡулланырға һәм үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен хәүефһеҙлектә һаҡларға өйрәнде. Бөтә дәрестәрҙә 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.
Баш ҡаланан тыш, Милли үҙәк белгестәре Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Туймазы кеүек ҡалаларҙа ла уҡыусылар өсөн асыҡ лекциялар уҙғарасаҡ. Төбәктең педагогтары өсөн дә айырым белем биреү программаһы ҡаралған. Махсус семинарҙарҙа уҡытыусылар хәүефһеҙ интернет дәрестәрен нисек үткәрергә өйрәнәсәк.