Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 10:40

«Милли һүҙлек фонды» булдырыла

Дуҫтар, тағы ла яңылыҡ! «Милли һүҙлек фонды» платформаһы барлыҡҡа килә. Уның 2022 йылдан эшләй башлауы көтөлә.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Министрҙар Кабинетына «Милли һүҙлек фонды»н Рәсәй Фәндәр академияһының Виноградов исемендәге урыҫ теле институты нигеҙендә бар яҡтан да тәьмин итеүҙе йөкмәтте. Был бик ҙур платформа буласаҡ. Булған ҡағыҙ һүҙлектәрҙе һанлаштырыуҙы ғына талап итмәй, һүҙлек мәғлүмәттәрен берләштереүҙең яңы системаһы булдырыласаҡ. Шуға яһалма интеллект технологиялар ҡулланыу ҙа күҙаллана. 2022 йылда платформа эшләй башлағас, ул урыҫ теле менән бергә үҫешәсәк, тулыланасаҡ.


Читайте нас: