Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 18:05

Тотҡондарҙың ҡалаҡтары ашай торғанға алыштырыла

Республикабыҙҙа төрмәләрҙәге тотҡондарҙың ҡалаҡтарын ашай торғанға алыштырырға тәҡдим ителде. Ошондай башланғыс менән Стәрлетамаҡтан «Тәүге ашай торған ҡалаҡтар» компанияһы вәкилдәре сығыш яһаны.

Ашыңды эсеп бөткәс, бындай ҡалаҡтарҙы ашап ҡуйырға ла була. Ашай торған ҡалаҡтар эҫе, һалҡын ризыҡтар менән һыйланырға ла мөмкинлек бирә. Уларҙың составында файҙалы матдәләр ҙә бар.
Ашай торған ҡалаҡтарҙың бөтә мөмкинлектәрен һәм етешһеҙлектәрен һынар өсөн төрмәләргә тәүге партияһы тикшереүгә ебәрелгән дә инде. Әлеге компанияның башлығы хәбәр итеүенсә, бындай ҡалаҡтар ҡулланыу өсөн дә уңайлы. Юғиһә, күрше өлкәләрҙә ғәҙәти ҡалаҡтар менән тотҡондарҙың бер-береһенә ташланыу осраҡтары ла теркәлгән ине.
Читайте нас: