Ғәлим Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Профессиональ журналист. 1993 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир вазифаһында эш башлай. 2000-2004 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары – радиотапшырыуҙар студияһы директоры булып эшләй.
Һуңынан Новосибирскиға эшкә китә, унда «Новосибирск» бөтә Рәсәй телерадиотапшырыуҙар компанияһы» («Новосибирск» дәүләт телерадиокомпанияһы) федераль дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалы директоры булып эшләй. 2007-2010 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары була.
2010 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. 2011-2017 йылдарҙа – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры. 2017 йылдың мартында – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары, һуңынан 2017 йылдың июлендә «Матч ТВ» федераль спорт телеканалының Екатеринбург филиалы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
2018 йылдан — «Вся Уфа» телеканалының генераль продюсеры.
Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Искәндәр Юлдашев биләне. Ул Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы башҡарма директоры итеп тәғәйенләнде.